9 декабрь, Йома

10 октябрь 2014 йыл, 16:14

Башҡортостан Президенты Республика көнө хөрмәтенә Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Республика көнө алдынан, 10 октябрҙә, Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһе Сергей Молчанов, БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалдылар.

Сәскәләр һалыу тантанаһында Башҡортостандың дәүләт власы органдары, Өфө хакимиәте етәкселәре һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.

Монумент Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 400 йыл тулыу айҡанлы төҙөлгән. Өфөлә Республика көнөн байрам итеүҙе, Ағиҙел йылғаһы ҡалҡыулығында урынлашҡан, был һәйкәлгә сәскәләр һалыуҙан башлау матур йолаға әүерелгән.