11 декабрь, Йәкшәмбе

10 октябрь 2014 йыл, 15:26

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 10 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Маҡтаулы исемдәр, почет грамоталары, рәхмәт хаттары, ордендар менән 45 алдынғы сәнәғәт, ауыл хужалығы, социаль өлкә, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәренең профессиональ эшмәкәрлек һөҙөмтәләре баһаланды, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Наградаларҙы тапшырып, Рөстәм Хәмитов барыһын да яҡынлашып килгән байрам – Республика көнө менән ҡотланы, бөтәһенә лә «эштәрендә уңыштар, күтәренке кәйеф, ныҡлы һаулыҡ» теләне.

— Бөгөн алған наградаларығыҙ лайыҡлы. Һеҙ яҡшы эшләйһегеҙ, хеҙмәт итәһегеҙ. Фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһөн күрһәтәһегеҙ. Хәҙер ул бигерәк тә мөһим. Илебеҙ иҡтисади, күпмелер сәйәси планда ҡатмарлы осорҙо кисерә. Беҙҙең тышҡы ҡаршы килеүҙәр, көнбайыш илдәре яғынан Рәсәйгә баҫым бар. Беҙ быларҙы бик яҡшы күрәбеҙ һәм аңлайбыҙ. Уға тик яҡшы эшләп кенә ҡаршы тороп була, — тип билдәләне республика башлығы.

Бүләкләнеүселәрҙең исемлеге менән БР Президентының рәсми сайтында танышырға мөмкин.