Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан вәкиле «Алтын көҙ» күргәҙмәһендә мәғлүмәт-мәғариф проекты конкурсында призер булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

Был көндәрҙә Мәскәүҙә барған, «Алтын көҙ» XVI Рәсәй Агросәнәғәт күргәҙмәһе сиктәрендә «Минең ерем – Рәсәй» ауыл тематикаһы буйынса бөтә Рәсәй мәғлүмәт-мәғариф проекты конкурсында еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Ауыл һәм экологик туризм темаһын иң яҡшы яҡтыртыу өсөн» номинацияһында икенсе урынды М.А.Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалы матбуғат үҙәге етәксеһе Екатерина Савельева яуланы.

Ойоштороусыларҙың әйтеүе буйынса, быйыл конкурста 68 төбәктән 900-ләп проект тәҡдим ителгәйне. Башҡортостандың республика һәм район киң мәғлүмәт саралары журналистары әүҙем ҡатнашты.

Был награда беҙҙең төбәк өсөн икенсе булды. Алдан һынлы семәрләү буйынса белгестәр Бәләбәй сырынан эшләнгән композиция өсөн «Рәсәй хороводы» карвингы буйынса бөтә Рәсәй конкурсында алтын миҙал яуланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть