10 декабрь, Шәмбе

10 октябрь 2014 йыл, 12:59

«Алтын көҙ» күргәҙмәһендә Дмитрий Медведев Башҡортостан умартасыларының оҫталығын баһаланы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев, был көндәрҙә Мәскәүҙә барған, «Алтын көҙ» XVI  Рәсәй Агросәнәғәт күргәҙмәһен тантаналы асыуҙа ҡатнашты. Үҙ сығышында Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек именлеген нығытыуға аграрийҙарҙың индергән өлөшөн билдәләне һәм тармаҡтың иң яҡшы вәкилдәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.

— Рәсәй ысынлап та донъяның алдынғы аграр илдәренең береһе булып килде һәм шулай булып ҡала. Һәм бының менән ғорурланырға кәрәк, – тип билдәләне премьер-министр.

Дмитрий Медведев РФ Ауыл хужалығы министрлығы һәм Рәсәй төбәктәре стендтарын ҡарап күргәҙмә экспозицияһы менән танышты. Илебеҙ ауыл хужалығының мөмкинлектәре күп милләтле Рәсәйҙең мәҙәни йолалары күҙлеге аша – Рәсәй Федерацияһы субъекттарында етештерелгән, аҙыҡ-түлектән эшләнгән күләмле һүрәтттәр формаһында, сағылдырылғайны.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығына Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, РФ Хөкүмәте Рәйесенең айырыуса иғтибарын Башҡортостан экспонаты, бал мармеладынан эшләнгән, Өфөнөң Дуҫлыҡ монументы йәлеп итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 95 килограмм ауырлыҡтағы скульптураның бейеклеге 1,3 метр, диаметры 1 метр тәшкил итә. Уны эшләү өсөн 1220 дана мармелад ҡулланылған, рецептураһына башҡорт балы һәм инә ҡорт һөтө инә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һындары балауыҙҙан яһалған.