10 декабрь, Шәмбе

10 октябрь 2014 йыл, 10:57

Мәскәүҙә бөтә Рәсәй табиптар конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Лужники» стадионында «Рәсәй» дәүләт үҙәк концерт залында бөтә Рәсәй табиптар конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр. Наградланыусылар араһында – Башҡортостандың алты белгесе. Республика табип-физкультура диспансерының спорт медицинаһы бүлексәһе мөдире Наталья Бигбаева бөтә Рәсәй масштабында дауалау физкультураһы һәм спорт медицинаһы буйынса иң яҡшы табип тип танылған; табип-фтизиатр, Республика туберкулезға ҡаршы клиник диспансерҙың балалар диспансеры бүлексәһе мөдире Ольга Шукаева «Иң яҡшы фтизиатр» номинацияһында икенсе урын яуланы; Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһы дөйөм патология бүлегенең табип-патологанатомы Дмитрий Рудаков «Иң яҡшы эксперт» номинацияһында икенсе булды; табип-эпидемиолог БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең эпидемиология бүлексәһе мөдире Елена Рожкова «Иң яҡшы санитар табип» номинацияһында шулай уҡ икенсе урынды яуланы; стоматолог-терапевт, Өфөнөң 4-се стоматология поликлиникаһының дауалау бүлексәһе мөдире Софья Кашина – «Иң яҡшы стоматолог» номинацияһында өсөнсө; табип-невролог, Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының неврология бүлексәһе мөдире Эмма Колчина «Иң яҡшы невролог» номинацияһында өсөнсө урынға лайыҡ булды.

РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, бөтә Рәсәй табиптар конкурсы 14-се тапҡыр уҙғарыла. Быйыл шулай уҡ урта медицина һәм фармацевтика белеме булған белгестәрҙең бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр.

— Йылдан-йыл конкурс киңәйә, мөһимерәк була башланы. Ул өс этаптан торған һайлап алыу нигеҙендә уҙғарыла, медицина коллективтары үҙҙәре был һөнәрҙә 10 йылдан күберәк, конкурсҡа тәҡдим иткән медицина ойошмаһында биш йылдан ашыу эшләгән иң яҡшы вәкилдәрҙе тәҡдим итә. Бәйге еңеүселәре итеп пациенттар һәм хеҙмәттәштәре араһында ихтирам ҡаҙанған, иң яҡшы кешелек сифаттарына эйә булған, үҙ һөнәренә күңелен биреп эшләгән профессионалдар һайлана, улар иһә 41 номинацияла 123, шул иҫәптән урта медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн һигеҙ номинация, — тине бүләкләү тантанаһында федераль министрлыҡ етәксеһе Вероника Скворцова.

Еңеүселәрҙе бүләкләп, ул бындай конкурстарҙың «медицина хеҙмәткәрҙәренең рәтен нығытыуға, табип һәм урта медицина хеҙмәткәре һөнәренең статусын күтәреүгә» тәьҫир итеүен билдәләне.

Конкурстың төп бүләге  — «Гәлсәр Гигиея». Беренсе урын яулаусы еңеүселәр 500 мең һум, икенселәр 300 мең, өсөнсө урын яулаусылар 200 мең һум күләмендә аҡсалата бүләктәр аласаҡ.