6 декабрь, Шишәмбе

24 сентябрь 2014 йыл, 14:27

«Берҙәм Рәсәй» Башҡортостан бүлексәһе сәйәси советының президиумы һайлау кампанияһына йомғаҡ яһаны

фото: Олег Яровиков | видео: Ренат Искужин, Мирон Доровских

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе сәйәси советы Президиумы ултырышында уҙған һайлау кампанияһына йомғаҡ яһалды.

— Бик ҙур эш башҡарылды, беҙ һәр һайлаусыға тиерлек барып еттек, — тип һөйләй «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан бүлексәһе секретары, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Һайлауҙарға сыҡҡан программа халҡыбыҙҙың ихтыяжын һәм өмөтөн сағылдыра һәм иртәгәге көнгә йүнәлгән, ул аныҡ һәм ғәмәлдә үтәлерҙәй. «Берҙәм Рәсәй»ҙең кадрҙар потенциалы положениелағы бөтә программаларҙың мотлаҡ рәүештә тормошҡа ашырыласағы тураһында һөйләргә нигеҙ бирә. Һайлауҙарҙа участкаларға һайлаусыларҙың ҙур ағымын күҙәттек һәм Рөстәм Зәки улы Хәмитовтың һис шикһеҙ еңеүе халыҡтың партияға ышаныс белдереүе тураһында һөйләй. Һәм был беҙгә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй.

«Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары Рәмзил Ишсариндың фекере буйынса, хәҙерге донъяла власть асыҡ булырға тейеш.

— Был йүнәлеште төрлө яҡлап үҫтерәсәкбеҙ, — тип һөйләй Рәмзил Ишсарин. — Беҙ һайлаусыларыбыҙҙың өмөттәрен аҡлап ҡалырға ғына түгел, ә йәмғиәт менән даими рәүештә, көн һайын диалогта булырға тейеш.

Президиум ултырышы барышында партияның «Рәсәй әсәләре» бөтә Рәсәй хәрәкәте төбәк бүлексәһе һәм шәкәр диабеты менән ауырығандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса йәмәғәт ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара килешеп эш итеү тураһындағы ике килешеүгә ҡул ҡуйылды.