5 декабрь, Дүшәмбе

24 сентябрь 2014 йыл, 15:53

Туймазы районында фермерҙар һарыҡсылыҡ менән әүҙем шөғөлләнә

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. «2012-2014 йылдарға крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә Туймазы эшҡыуары Фазыл Ғәлимов һарыҡтар өсөн ферма төҙөүгә һәм «Прекос» тигән тоҡомло һарыҡтар алыуға 5 миллион 790 мең һум күләмендә грант алды.

Крәҫтиән-фермер хужалығы 2012 йылдан алып ит һәм йөн етештереү, иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары үҫтереү менән шөғөлләнә. Әлеге ваҡытта һарыҡ-тауар фермаһын төҙөү эштәре әүҙем бара. Проект аҙағына йәмғеһе 2000 баштан ашыу һарыҡ булырға тейеш.

Туймазы районында һарыҡ үрсетеү менән ете хужалыҡ шөғөлләнә. Һәр фермерҙың уртаса 100-ҙән алып 500 башҡа тиклем һарығы бар.

— Һарыҡсылыҡ районда тотороҡло үҫешә, өҫтәүенә сифатлы йөндө райондан сыҡмайынса, Түбәнге Троицк ауылында урынлашҡан, Башҡортостан текстиль комбинатына тапшырырға мөмкин, — тип хәбәр иттеләр муниципалитетта.