7 декабрь, Шаршамбы

24 сентябрь 2014 йыл, 15:30

30 һәләтле уҡыусы Башҡортостан Хөкүмәте стипендиаттары булды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Квалификациялы эшсе, хеҙмәткәр әҙерләү программалары буйынса профессиональ белем биреү ойошмаларының уҡыуҙа, бөтә Рәсәй һәм республика олимпиадаларында һәм сараларҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән айырыусы һәләтле уҡыусылары араһында Башҡортостан Хөкүмәте стипендиаттары билдәләнде.

Һәләтле йәштәрҙе, 30 уҡыусыны, БР Хөкүмәтенең 750-шәр һум айлыҡ стипендияһы менән дәртләндерҙеләр.

Шулай уҡ Мифтахетдин Аҡмулла һәм Мостай Кәрим исемендәге стипендиялары лауреаттары билдәле булды.

БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге һәр йыл була торған стипендия Башҡортостан халыҡтарының тыуған телдәрен өйрәнеү менән бәйле уҡыу һәм ғилми эшмәкәрлектә өлгәшкән юғары һөҙөмтәләр өсөн бирелә. Урта профессиональ белем биреү учреждениелары студенттарына 690-шар һумлыҡ 10 стипендия тәғәйенләнде. Юғары уҡыу йорттары студенттарына – 1380-шәр һумлыҡ биш стипендия.

Мостай Кәрим исемендәге 1380-шәр һумлыҡ йыл һайынғы стипендия Башҡорт дәүләт университетының ике филология студентына әҙәби ижадта айырыуса ҡаҙаныштары өсөн бирелә.