4 декабрь, Йәкшәмбе

24 сентябрь 2014 йыл, 14:58

Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Мәскәүҙә берҙән-бер концерт ҡуйҙы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙә «Мираҫ» фольклор йыр һәм бейеү ансамбленең берҙән-бер концерты уҙҙы. Данлыҡлы Өфө коллективы П.И.Чайковский исемендәге Концерт залында сығыш яһаны. Ике сәғәтлек программа төрлө халыҡтарҙың вокал һәм бейеү композициялары менән бай булды. «Ватаным минең» 1812 йылдағы Ватан һуғышының 200 йыллығына постановка тамашасыларға ныҡ тәьҫир итте.

— Концерт уңышлы уҙҙы. Мең ярымлыҡ зал беҙҙе ҡайнар ҡаршылап, алҡыштарға күмеп ҡабул итте. Концерт башында сәләмләү телмәре менән тамашасыларға РФ Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиле Артур Шәйнуров сығыш яһаны, концертта Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралыҡ начальнигы Исламетдин Мәмбәтов булды. Ә үҙебеҙҙең яңы концерт миҙгелен Өфөлә 24 октябрҙә асасаҡбыҙ, — тип һөйләне «Мираҫ» ансамбле матбуғат секретары Марина Луговая.

2014 йылдың июненән «Мираҫ»ты  халыҡ-ара конкурстар һәм ҡала йәмәғәт премиялары лауреаты Айнур Искәндәров етәкләй. Яйға һалынған командала художество етәксеһе – БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нәфирә Иҡсанова, музыка етәксеһе – БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сергей Гориченский, РФ һәм БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БР халыҡ артисы Эльвира Ғәйфуллина, балетмейстер – БР атҡаҙанған артисы Әлфиә Тимерғәзиева эшләй. Ансамбль артистары араһында – халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары, уларҙың күбеһе маҡтаулы исемдәргә һәм наградаларға эйә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Мәҙәниәт йылы Башҡортостан менән Мәскәүҙең мәҙәни эшмәкәрлеге өлкәһендә ваҡиғаларға бай. Республика делегацияһы Мәскәүҙә Мәҙәниәт йылын асыуҙа ҡатнашты, февралдә ошо уҡ П.И.Чайковский исемендәге залда  Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаны. Ижади коллективтар һәм алдынғы солистар 2014 йылда Мәскәү һабантуйында үҙҙәренең иң яҡшы номерҙарын башҡарҙы. Октябрҙә баш ҡаланың «Сатирикон» театрында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының гастролдәре үтәсәк.