8 декабрь, Кесе йома

24 сентябрь 2014 йыл, 12:57

Башҡортостанда силос әҙерләү буйынса план 47 процентҡа үтәлгән

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Республикала силос әҙерләү буйынса план 47 процентҡа үтәлгән, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Уның күләме 848 мең тонна тәшкил итә. Бөгөнгә, силос өсөн нигеҙ булып торған, кукуруз 51 мең гектарҙа йыйылған, ул пландың 61 проценты. Һигеҙ район хужалыҡтары был культураны тулыһынса йыйған.

Республика буйынса уртаса шартлы мал башына иҫәптә 24 центнер мал аҙығы берәмеге тупланған. Мал аҙығы әҙерләү күләме буйынса лидерҙар – Яңауыл (36 центнер), Краснокама (31,6 центнер), Архангель һәм Федоровка (30-шар центнер) райондары.