6 декабрь, Шишәмбе

24 сентябрь 2014 йыл, 12:35

Өфөлә Волга буйының «Йәш Гвардия» төбәк бүлексәләре етәкселәренең осрашыуы уҙҙы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә Волга буйы федераль округы буйынса «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы төбәк бүлексәлеренең етәкселәре киңәйтелгән кәңәшмәгә йыйылды. Улар ойошманың киләсәге, алдағы йылдарға уның үҫеш стратегияһы тураһында һөйләште. Кәңәшмәгә төбәк бүлексәләренең 13 етәксеһе, шулай уҡ «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Координация советы рәйесе Денис Давыдов килгәйне.

Әңгәмә барышында йәш гвардиясылар алдағы ике йылға ойошма стратегияһының төп йүнәлештәрен тикшерҙе. Бынан тыш, сарала ҡатнашыусылар проект эшмәкәрлеген үҫтереүҙә үҙ ҡараштарын белдерҙе. «Йәш Гвардия» эшенең төп йүнәлештәре әүҙем тикшерелде, йәмғиәттең талаптарына һәм проблемаларына тап килгән, саралар үткәреүҙең яңы форматтары тәҡдим ителде.

— Уҙған кәңәшмә сиктәрендә төрлө төбәктәрҙән килгән егеттәр һәм ҡыҙҙар менән һөҙөмтәле аралаша, уларҙан кире бәйләнеш ала һәм «Йәш Гвардия» үҫешенә ҡағылған теләктәрҙе теркәй алдыҡ. Был беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки стратегик ҡарарға күмәкләп, төбәктәрҙең фекерҙәренә таянып киләбеҙ, — тип билдәләне Денис Давыдов.

«Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Владимир Яковлев илдең бөтә территорияһында ойошманы уңышлы үҫтереү өсөн уҙған сараның әһәмиәтен билдәләне.

— Нәҡ диалогта һәм кире бәйләнеш эшендә эшмәкәрлектең дөрөҫ йүнәлешен табырға мөмкин. Өҫтәүенә үҫеш стратегияһын әҙерләүҙән тыш, фекер алышыу һәм Рәсәйҙең төрлө субъекттарындағы «Йәш Гвардия» төбәк бүлексәләренең эшмәкәрлек итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашыу бик мөһим, — тине ул.