5 декабрь, Дүшәмбе

24 сентябрь 2014 йыл, 11:58

Башҡорт драма театрының юбилейына театрҙың тарихы тураһында өс томлыҡ баҫма донъя күрәсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының 95 йыллығына өс томда юбилей китабы сығарыласаҡ. Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһында театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов һөйләне.

Баҫманың авторы-төҙөүсеһе – билдәле сәнғәт белгесе, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Суфия Күсимова. Беренсе китап, башҡорт сәнғәтенең  алтын фондына ингән, Ғафури исемендәге театр спектаклдәренә  арналасаҡ. Икенсе китап театрҙың кешеләре – атаҡлы режиссерҙар, легендар актерҙар тураһында һөйләйәсәк. Өсөнсөһө фотоальбом рәүешендә эшләнәсәк. Ул театр, уның бөтә цехтарының эшмәкәрлеген, яңы постановкалар ҡуйыуҙа әүҙем ҡатнашҡандарҙы үҙ эсенә аласаҡ.

Баҫма сығарыуға әҙер. Яңы китаптың рәсми рәүештә презентацияһы 19 декабрҙә, театрҙың юбилейын билдәләгән көндә уҙасаҡ. Әммә тәүге баҫмалар Мәскәүҙә гастролдәр барышында бүләк ителәсәк.

— Башҡортостан Республикаһы Президентының гранты булғанлыҡтан киң байрам программаһын әҙерләү мөмкинлеге тыуҙы, шуға беҙ бик рәхмәтлебеҙ. Юбилей сараларына шулай уҡ телевизион тапшырыуҙар әҙерләү, китап сығарыу инә, — тип билдәләне Олег Ханов.