Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә йылытыу миҙгеле башланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/.

Өфөлә йылытыу миҙгеле башланды: йылы балалар баҡсаларының 70 һәм мәктәптәрҙең 60 процентына ебәрелгән. 27 сентябргә социаль объекттарға йылы биреү буйынса эштәр тамамланасаҡ.

Күп фатирлы йорттарҙа торлаҡ хужалары үҙ аллы йылы биреү көнөн билдәләй ала. Бының өсөн торлаҡ хужаларының дөйөм йыйылышында тейешле ҡарар ҡабул ителергә тейеш, һуңынан протоколды үҙҙәренең идара итеүсе компанияларына йүнәлтергә кәрәк һәм нәҡ ошо заявка нигеҙендә ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма йылылыҡ энергияһын ебәрә башлаясаҡ.

Өфө Торлаҡ хужалығы идаралығы директоры Рәил Мирхәйҙәровтың мәғлүмәте буйынса, үткән аҙнала бындай заявкалар ҡабул ителмәгән.

Әлеге ваҡытта йылытыу миҙгелен башлау тураһындағы норматив-хоҡуҡи актҡа ҡул ҡуйылған. Өфө йорттарына йылы аҡрынлап бирелә башлаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть