Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Краснокама районы көслө дауылдан һуң төҙөкләндереү эштәрен тамамлай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

Краснокама районында төҙәтеү-тергеҙеү эштәре 98 процентҡа үтәлгән. 29 августа Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында үткән дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, Янаҡтай ауылы үткән аҙнала уҡ ғәҙәти тормошҡа ҡайтты, ә Ҡарый ауылында һуңғы өс йортта ҡыйыҡ ябыу эштәре бара.

Яңауыл районында әҙерлек 80 процент тәшкил итә. Бында яңынан 11 йорт һалына (уларҙың һигеҙендә стеналар күтәрелгән, дүртәүһендә – ҡыйыҡ). Яңауыл районында йәмғеһе 284 йортта ремонт эштәре бара, 228-ендә – ҡыйыҡ ябылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть