11 декабрь, Йәкшәмбе

24 сентябрь 2014 йыл, 10:33

Электрон хөкүмәттең бөтә сервистары менән граждан бер төп логин һәм пароль буйынса ҡуллана аласаҡ – РФ Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Рәсәйҙең Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығында электрон хөкүмәт хеҙмәттәре менән ҡулланыуҙы граждандар өсөн ябайлаштырырға ниәтләнәләр.

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙең электрон хөкүмәте әүҙем үҫешә – Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы менән файҙаланыусыларҙың һәм электрон төрҙә күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең иҫәбе арта, башҡарма власть органдары хеҙмәттәр күрһәткәндә күбеһенсә ведомство-ара электрон эш алып барыу системаһын ҡуллана, система эшенең ышаныслылыҡ кимәле арта.

Әммә, ведомствола билдәләүҙәренсә, ашығыс ҡарарҙар талап иткән бер төркөм проблемалар бар. РФ Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы башлығының урынбаҫары Алексей Козыревтың әйтеүе буйынса, «күп кенә хеҙмәттәр электрон төргә сифатһыҙ күсерелгән – ҡулланыусыларҙың йыш ҡына хеҙмәттәр күрһәтеүҙең тәртибе тураһында электрон төрҙә дөрөҫ мәғлүмәт алыу, электрон төрҙә ғариза биреү, уның торошон күҙәтеү һәм күрһәтелгән хеҙмәттең һөҙөмтәһен уңайлы итеп алыу мөмкинлеге юҡ». «Хаталар өҫтөндә эш эшләргә, федераль кеүек төбәк электрон хеҙмәттәрҙең дә сифатын арттырырға, уларҙы ҡануниәт талаптарына ярашлы килтерергә кәрәк. Дәүләт хеҙмәттәре порталдарына әлегә булмаған хеҙмәттәрҙе электрон төргә күсереү зарур», тип иҫәпләй түрә.

— Беҙ граждандарҙы берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында граждандың шәхси кабинетынан бер төп логин һәм пароль буйынса электрон хөкүмәттең теләһә ҡайһы сервисына инеү мөмкинлеге менән тәьмин итергә тейеш, — тип билдәләне министр урынбаҫары.

Башҡортостандың Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлығында хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта РФ Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында республиканан 166054 кеше теркәлгән. Бынан тыш 2005 кеше Төбәк дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында теркәлеү үткән.