6 декабрь, Шишәмбе

23 сентябрь 2014 йыл, 17:30

Төбәктән 1,5 мең ташлама алыусы кеше Ҡырымға ялға путевка аласаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Республика халҡы федераль бюджет аҡсалары иҫәбенә Ҡырым ярымутрауы шифаханаларында үҙ һаулыҡтарын нығыта аласаҡ. БР Хеҙмәт һәм халыҡ социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко аңлатыуынса, Республика граждандарҙы реабилитация саралары һәм шифахана-курорт путевкалары менән тәьмин итеү үҙәге 48 миллион һум аласаҡ, ҡалған 100 миллион БР буйынса Социаль страховка фондына йүнәлтелә. Был аҡсаға йыл аҙағына тиклем республиканан 1,5 мең инвалид Ҡырымда дауаланасаҡ.

Был маҡсатҡа РФ бөтә төбәктәренә 2,3 миллиард һум самаһы бүленә, тейешле ҡарар тураһында РФ хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин һөйләне. Сараларҙың 1,3 миллиарды — Социаль страховка фондына, 976,4 миллион һумы төбәк бюджетына йүнәлтелә.

Билдәләп үтергә кәрәк, Ҡырымда 76 балалар шифаханаһы, 200-ҙән ашыу курорт бар.

темалар: социаль яҡлау