5 декабрь, Дүшәмбе

24 сентябрь 2014 йыл, 9:28

Башҡортостандың 12 мәктәбе Рәсәйҙең иң яҡшы 500 белем биреү учреждениеһы исемлегенә инде

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың 12 мәктәбе 2013-2014 уҡыу йылы өсөн Рәсәйҙең иң яҡшы 500 белем биреү учреждениеһы исемлегенә инде. Улар иҫәбендә Мәләүездең 3-сө гимназияһы, Өфөнөң 39-сы, 83-сө һәм А.М.Горький исемендәге 3-сө гимназиялары, 83-сө, 153-сө лицейҙары, шулай уҡ Стәрлетамаҡтың 1-се гимназияһы, Ишембайҙың 12-се лицейы, Белореттың 17-се гимназияһы, Туймазының айырым предметтарҙы тәрән өйрәнеү менән 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе, Октябрьскийҙың 2-се гимназияһы һәм Стәрлетамаҡтың 1-се лицейы.

РФ Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, иң яҡшы Рәсәй мәктәптәренең рейтингын ошо көндәрҙә РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец иғлан итте. Өҫтәүенә тикшеренеүҙә айырым иң яҡшы 25 мәктәп билдәләнгән. Был исемлеккә Мәскәү, Санкт-Петербург, Свердловск һәм Новосибирск өлкәләре, Татарстан, Мордовия, Омск, Силәбе, Һарытау, Тамбов һәм Вологда өлкәһе мәктәптәре инә.

Ольга Голодецтың әйтеүе буйынса, быйыл мониторингтың критерийҙар спектры киңәйтелгән. Әгәр рейтингтар алдан тик өлгәшеү кимәлен иҫәпкә алһа, хәҙер анализға алған өлкәләр анығыраҡ: ауыл мәктәптәре, математика, биология, физика, химияны тәрән өйрәнеүсе белем биреү учреждениелары айырым тикшерелә.

Ольга Голодец шулай уҡ тәрбиәләү һәм уҡыусыларҙың шәхесен формалаштырыу буйынса эш алып барыуҙың әһәмиәтенә иғтибар итте.

«Иң яҡшы 25 мәктәп исемлегенә ингән бөтә мәктәптәр ҙә тиерлек сифатлы белем генә биреп ҡалмай, ә баланы шәхес булараҡ та бик профессиональ әҙерләй», — тип билдәләне Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫары.

Рәсәйҙең иң яҡшы 500 мәктәбе рейтингы РФ Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында баҫылған.