Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Республикала 2,5 миллион тоннанан ашыу иген йыйып алынған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

Башҡортостанда иген йыйыу кампанияһы башланғандан алып 2,53 миллион тонна ашлыҡ урып алынған. Уртаса уңыш гектарынан 15 центнер тәшкил итә, тип хәбәр итә Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Республиканың 17 районында иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйыу эштәре тулыһынса тамамланған. Ашлыҡты биш проценттан аҙыраҡ майҙанда урырға ҡалған, күбеһенсә ул Урал аръяғында, шулай уҡ төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш райондарҙа.

Шулай уҡ республикала шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу дауам итә. Уртаса уңыш гектарынан 267 центнер. 350 мең тоннанан ашыу тамыраҙыҡ йыйылған. Әлеге ваҡытта шәкәр сөгөлдөрө 13,1 мең гектарҙан йыйылған, ул пландың 27 проценты. Иң юғары уңыш Шишмә районында билдәләнә – гектарынан 431 центнер. Благовар районы 46,2 мең тонна күрһәткесе менән тулайым йыйым буйынса лидерлыҡ итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть