Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.00 ↑

EUR 66.79 ↓

22 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Стәрлетамаҡ районында Йөрәктау эргәһендә экологик өмә уҙҙы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Стәрлетамаҡ районында тәбиғәт ҡомартҡыһы – Йөрәктау эргәһен таҙартыу буйынса ике көнлөк өмә уҙҙы. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, унда 70-тән ашыу кеше ҡатнашты. Улар иҫәбендә – Бельское ауылы дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары, «Олимп» туристик клуб ағзалары, урындағы халыҡ, Алатана ауыл советы хакимиәте, БР Йәштәр эштәре буйынса комитеты хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Экология министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы белгестәре.

Дөйөм көс менән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына 12 кубометр сүп-сар сығарылып түгелде.

Көҙөн бында экологик өмә үткәреү яҡшы йолаға әүерелгән. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы матбуғат секретары Нина Никандрованың әйтеүе буйынса, Йөрәктауҙа төп һаҡлау объекттары – һирәк осрай торған үҫемлектәр. Улар «Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабы»на индерелгән. Бынан тыш, айырым һаҡлауҙы талап иткән бөжәктәр бар.

Теги: экология
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть