Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Торлаҡ төҙөү күләме Башҡортостанда 2013 йылдың ғинуар-авгусына ҡарата 13 процентҡа артҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Ғинуар-августа республикала йәмғеһе 1 миллион 572,7 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. 2013 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырмаса, төбәктә торлаҡ төҙөү күләме 13 процентҡа артҡан, тиелә Башҡортостанстат материалдарында.

Август айы иң һөҙөмтәлеһе: ай эсендә республикала бөтә финанслау сығанаҡтары иҫәбенә 319,4 мең квадрат метр торлаҡ индерелгән – июлгә ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек һәм уҙған йылдың авгусына ҡарағанда яртыға күберәк.

Торлаҡ төҙөлөшөндә шәхси төҙөүселәр өҫтөнлөк итә: уларҙың иҫәбенә ағымдағы йылда төҙөлгән торлаҡтың 75,2 проценты (2013 йылдың ғинуар-авгусында – 80,8 процент) тура килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть