Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Евгений Маврин – Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт вице-премьеры – БР иҡтисади үҫеш министры Евгений Мавринға – уның күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн – «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы» маҡтаулы исемен биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Евгений Маврин Башҡортостан Хөкүмәтендә 2010 йылдан алып эшләй. Төбәктең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары, министрҙың беренсе урынбаҫары, министры вазифаларын биләне. 2012 йылдан алып – БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары.

Иҡтисад, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өлкәһендә дәүләт идаралығы мәсьәләләрен алып бара. Республиканың иҡтисади үҫешен тәьмин итеү, инвестициялар күләмен арттырыу буйынса саралар ҡабул итә, төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше программаларын әҙерләй һәм ғәмәлгә ашыра, бәләкәй эшҡыуарҙар етештергән продукцияның әйләнешен арттырыу буйынса сараларҙы бойомға ашыра, «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса дәүләт хеҙмәттәрен этаплап күрһәтеүҙе ойоштора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть