8 декабрь, Кесе йома

23 сентябрь 2014 йыл, 12:47

Хәйбулла районында һарыҡ йөнөн ҡырҡыу йолаһы халыҡ байрамына әйләнде

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәҙәниәт йылында республиканың һәр мәҙәниәт учреждениеһы, район өсөн бренд булырға дәғүә итә алырҙай, үҙенсәлекле сара ойоштора.

Хәйбулла районының Мәмбәт ауылы мәҙәниәт йорто һарыҡ йөнөн ҡырҡыу йолаһын күрһәтте. Байрамды Әхмәҙулла Мәмбәтов крәҫтиән-фермер хужалығында ойошторҙолар. Фермер етмештән ашыу һарыҡ аҫрай. Һарыҡ ҡырҡыуҙа йола буйынса ауылдаштар ҡатнашты – күп йыллыҡ ҡул менән ҡырҡыу тәжрибәһенә эйә булған ҡатындарҙы саҡырҙылар. Эш барышында йырҙар һәм таҡмаҡтар яңғыраны.

Байрамда «Туржы ынйылары» фольклор ансамбле сығыш яһаны. Үҙешмәкәр артистар йөндән юрған эшләп, ойоҡ һәм бейәләй бәйләп, йөн иләп күрһәтте. Ҡатын-ҡыҙҙар бәйләм бәйләү, кейеҙ баҫыу серҙәре менән уртаҡлашты, кеше һаулығы өсөн уның файҙаһы тураһында һөйләне. Бында шулай уҡ йөндән эшләнгән әйберҙәрҙең күргәҙмәһе ойошторолғайны.

темалар: мәҙәниәт йылы