8 декабрь, Кесе йома

23 сентябрь 2014 йыл, 11:22

Өфөлә социаль бизнес, стационар булмаған сауҙа нөктәләре һәм пассажирҙарҙы йөрөтөү мәсьәләләрен тикшерҙеләр

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Вәкил ҡарамағындағы Йәмәғәт эксперт советы ултырышы 22 сентябрҙә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙҙы.

— Көн тәртибендә, тәү сиратта, социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре, – тине БР эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Вәкил Рафаил Ғибәҙуллин. – Бизнес өсөн был яңы өлкә. Дәүләт һәм йәмғиәт эшҡыуарҙарҙың үҙҙәренең әүҙемлеген бында йүнәлтеүҙәре менән ҡыҙыҡһына: мәктәпкәсә балалар учреждениелары, спорт, художество мәктәптәре, экологик проекттар булдырырға һәм үҫтерергә мөмкин. Дәүләт кәрәгенсә һөҙөмтәле эшләмәгән урындарҙы социаль эшҡыуарлыҡ тулыландыра ала. Ул, мәҫәлән, хеҙмәттәр өлкәһе, туризм.

Фекер алышыуҙың тағы ла бер темаһы – стационар булмаған сауҙа объекттары һәм уларҙы стационарға күсереү менән бәйле проблемалар.

— Бында аҡрынлап күсергә кәрәк, – тип иҫәпләй Рафаил Ғибәҙуллин. – Эшҡыуарҙарҙың ҡайҙа һәм нисек эшләүен, бизнес алып барыу мөмкинлеген юғалтып ҡалмауҙарын алдан күреү мотлаҡ. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда стационар булмаған объекттарҙы стационарға күсереү буйынса бер-бер артлы эш алып барыла. Шуның менән бергә, конструктив ҡарарҙар әлегә етешмәй.

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был дөйөм федераль масштабтағы проблема Өфө һәм Башҡортостандың башҡа ҡалалары өсөн дә көнүҙәк, –  тип иҫәпләй БР эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Вәкилдең эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса аппараттың баш консультанты Наталья Елизарова. – Бихисап стационар булмаған объекттарҙың хужалары ҡатмарлы хәлдә тороп ҡалды – урындағы хакимиәттәр уларҙы һүтергә ҡуша, сөнки улар ҡаланың тышҡы ҡиәфәтен боҙа. Стәрлетамаҡта, мәҫәлән, 400 самаһы бындай объект иҫәпләнә. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре яҡшы ғына күренә, уларға ҡуртымға алыу тураһында килешеүҙәр төҙөлгән. Икенселәре инде – емерек, реклама иғландары менән йәбештереп сығылған. Әлбиттә, бындай киосктар ҡаланы биҙәмәйәсәк. Унан да бигерәк, уларҙың күптәре магазин эргәләрендә урынлашҡан һәм уларҙың унда булыуҙары урынһыҙ.

Наталья Елизарованың фекере буйынса, проблеманы хәл итеү ысулы – ул йорттарҙың беренсе ҡаттарында бүлмәләр алыу, уларҙы йәшәмәгән фондҡа күсереү һәм унда сауҙа объекттарын ойоштороу. Тағы ла бер вариант – билдәләнгән тәртиптә төҙөлөшкә ер участкаһын алыу һәм унда капитал төҙөлөш объектын һалыу.

Ултырышта шулай уҡ автомобиль транспорты менән пассажирҙарҙы йөрөтөүҙө ойоштороу мәсьәләһе тикшерелде.

Тулыраҡ «Ижтимағи электрон гәзит» мәҡәләһендә уҡый алаһығыҙ.