9 декабрь, Йома

23 сентябрь 2014 йыл, 10:38

Санкт-Петербург халҡы башҡорт балының тәмен баһалай аласаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Санкт-Петербург ҡалаһы губернаторы Георгий Полтавченко Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Невалаға ҡала халҡын етештереүсенән юғары сифатлы башҡорт балы менән тәьмин итеү тураһындағы мөрәжәғәтен хупланы. «Башинформ» агентлығына үҙәктең ғилми-техник мәғлүмәт бүлеге начальнигы Надежда Шмидттың аңлатыуы буйынса, был эш «продукт эмбарго»һы шарттарында импортты алмаштырыу сиктәрендә уҙғарыла.

Санкт-Петербург Хөкүмәте Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге менән башҡорт балын поставкалауға килешеү төҙөү мөмкинлеген ҡарау тәҡдиме менән ҡаланың 6 күмәртә базаһына һәм 15 эре ойошмаға мөрәжәғәт итте.