5 декабрь, Дүшәмбе

23 сентябрь 2014 йыл, 9:56

Владимир Колокольцев Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы байрағын тапшырҙы

фото: Олег Яровиков | видео: Ренат Искужин, Мирон Доровских

ӨФӨ, 2014 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә «Өфө-Арена» спорт комплексы алдындағы майҙанда БР буйынса Эске эштәр министрлығының яңы байрағын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Алдан Еңеү паркында ведомство байраҡты һапҡа ҡуйыу йолаһын үткәрҙе.

Рәсәй Президентының байраҡты тапшырыу тураһындағы грамотаһын РФ эске эштәр министры Владимир Колокольцев уҡып ишеттерҙе һәм Башҡортостан хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең 95 йыл дауамында үҙҙәренең хеҙмәтен намыҫлы үтәгәндәрен билдәләне.

— Яңы байраҡ батырҙарса үткәнгә ҡайтыуҙы символлаштыра, һәр хеҙмәткәргә Рәсәйгә хеҙмәт итеүҙең изге бурыс булыуын иҫкә төшөрә, — тине министр. — Хәҙер беҙ полиция тип аталабыҙ, беҙҙең ҡоралландырыуҙа киң оператив мөмкинлектәр. Әммә хеҙмәт нисек кенә үҙгәрһә лә, хоҡуҡ тәртибен һаҡлау системаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булһа ла, илһөйәрлек, бурысҡа тоғро ҡалыу, офицер намыҫы кеүек ҡиммәттәр үҙгәрешһеҙ ҡала. Был ҡиммәттәргә беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ант биргән, бөгөн беҙҙә ант итәбеҙ.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың сәләмләү хатын БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев уҡып ишеттерҙе. «Яңы байраҡ – сифатлы яңы этаптың башын, намыҫлыҡты һәм тоғролоҡто, юғалтыуҙар тураһындағы хәтерҙе аңлатҡан, министрлыҡтың рәсми символы. Бөгөнгө сараның һәр полиция хеҙмәткәренең хәтерендә һаҡланыуына һәм хеҙмәт бурысын үтәгәндә яуаплылыҡты арттырыуға тәьҫир итәсәгенә шикләнмәйем».

Константин Толкачев республика етәкселегенең ведомствоға һәр яҡтан, шул иҫәптән матди ярҙам күрһәтеүен хәтергә төшөрҙө. 2013 йылда республика һәм урындағы бюджеттарҙан матди базаны нығытыуға 50 миллион һум бүленде. Күбеһенсә саралар автомобиль паркын яңыртыуға һәм бүлмәләрҙә ремонт эшләүгә юлланды.

Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин ведомствоның эшен юғары баһалағандары өсөн рәхмәт әйтте.

— Рәсәй Федерацияһы эске эштәр министрының шәхси рәүештә байраҡты тапшырыуы айырым ихтирам билдәһе булып тора, — тип билдәләне ул.

БР буйынса Эске эштәр министрлығы башлығы хеҙмәткәрҙәренең үҙ бурыстарын намыҫлы үтәйәсәктәрен белдерҙе.

Тантана полиция органдары бүлексәләренең парады менән тамамланды. Тынлы оркестр маршына министрҙар һәм ветерандар алдынан ОМОН һалдаттары, атлы полиция, патруль-һаҡ хеҙмәте, автоинспекция һәм овчаркалар менән кинологтар отрядтары үтте. Шулай уҡ парадта юл-патруль хеҙмәте һәм полиция вертолеты ҡатнашты.