10 декабрь, Шәмбе

22 сентябрь 2014 йыл, 17:37

Өфөлә «Башҡортостан һылыуҡайы-2014» бәйгеһе өсөн сибәрҙәрҙе һайлайҙар

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 28 сентябрҙә Өфөлә «Башҡортостан һылыуҡайы-2014» республика гүзәллек бәйгеһенә финалға һайлап алыу туры уҙасаҡ.

— Һайлап алыу параметрҙары әүәлге ҡала, — тип һөйләне «Башҡортостан һылыуҡайы» моделлек агентлығы директоры Луиза Закирйәнова. — Бәйгелә 16-22 йәштәрҙәге, буйы 170 сантиметрҙан кәм булмаған, параметрҙары 90-60-90-ға яҡынлашҡан һылыуҙар ҡатнаша ала. Беҙ кейәүҙә булмаған, тышҡы ҡиәфәте буйынса моделға оҡшап торған ҡыҙҙарҙы көтәбеҙ, һәр кастингта ҡатнашыусыға үҙе тураһында һөйләргә, һыу инеү кейемендә һәм киске күлдәктә атлап күрһәтергә кәрәк буласаҡ.

Әлегә йыл һайын уҙғарылып килгән республика конкурсында ҡатнашыуға 12 ҡыҙ һайлап алынған.

«Башҡортостан һылыуҡайы-2014» конкурсы еңеүсеһе республиканан «Miss Globe International 2015» бөтә донъя гүзәллек бәйгеһендә ҡатнашасаҡ, конкурста ҡатнашыуға 50000 һум аҡса аласаҡ һәм уның башын Swarovski кристалдарынан эшләнгән таж биҙәйәсәк.

Кастинг «Империя» ресторанында (С.Перовская урамы, 29) киске сәғәт 6-ла башлана.