Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда көслө дауылдан һуң йорттар төҙөү буйынса эштәр дауам итә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

29 августа Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында үткән дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, Краснокама һәм Яңауыл райондарында емерелгән 45 йорт урынында тулыһынса нигеҙ һалыу эштәре тамамланған. Яңы төҙөлә башланған 29 йортта стеналар күтәрелгән, 18-ендә ҡыйыҡ ябылған.

Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә йәмғеһе 464 йорт төҙөкләндереү эштәре өсөн иҫәпкә алынған. 419-ы төрлө кимәлдәге төҙөкләндереүҙе  талап итә. Әлеге ваҡытта 352 өйҙөң ҡыйығы (уҙған аҙнала 70 йортҡа артҡан) алмаштырылған.

Төҙөкләндереү эштәре беренсе булып Краснокама районының Янаҡтай ауылында тамамланған. Был биләмәлә көслө дауылдан 42 йортҡа зыян килгән. Әле уларҙың барыһы ла төҙөкләндерелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть