8 декабрь, Кесе йома

22 сентябрь 2014 йыл, 13:20

Ғәскәров исемендәге бейеүҙәр ансамбле солисы Зилара Әйүпова яҡты донъянан китте

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 20 сентябрҙә 82-се йәшендә Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Зилара Әйүпова яҡты донъянан китте.

Зилара Ғайса ҡыҙы Әйүпова 1933 йылдың 15 июнендә Мәсетле районының Абдулла ауылында тыуған. 20 йыл дауамында, 1955-1975 йылдарҙа Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәр ансамбле солисы була.

Зилара Әйүпованың башҡарыу алымы өсөн йомшаҡлыҡ, нәфислек, тәбиғилек, хәрәкәттәрҙең нескәлеге, матур пластика һәм ҡулдарҙың ғәҙәти булмаған һығылмалығы хас. Зилара Әйүпованың үҙенсәлекле һәләте «Бишбармаҡ», «Өс туған», «Аио», «Һинд бейеүе», «Ете ҡыҙ», «Ҡәҙрил», «Кейәү егет», «Гөлнәзирә», «Шаян ҡыҙҙар» бейеүҙәрендә сағыла.

Зилара Әйүпова – 1959 йылда Венала VII бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты (икенсе дәрәжәләге көмөш миҙал), Мәскәүҙә башҡорт сәнғәте һәм әҙәбиәте декадаһында (1955) ҡатнашҡаны өсөн «Почёт билдәһе» ордены менән бүләкләнгән.

Зилара Әйүпованың үҙенсәлекле ижады тураһында иҫтәлек йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ.