6 декабрь, Шишәмбе

22 сентябрь 2014 йыл, 15:37

Сәйфи Ҡудаш – башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы (атаҡлы шағирҙың 120 йыллығына)

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Владимир Романов/. Был көндәрҙә, башҡорт һәм татар әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергән, күренекле милли шағир-классик – Сәйфи Ҡудаштың 120 йыллығы билдәләнә.

Сәйфи Ҡудаш (Сәйфетдин Фәттәхетдин улы Ҡудашев) 1894 йылдың 21 сентябрендә хәҙерге Шишмә районының Келәш ауылында уртаса крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1915-1918 йылдарҙа данлыҡлы «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый.

1917 йылдың Октябрь революцияһынан һуң Өфөлә сыҡҡан «Көнсығыш ярлылығы» гәзитендә – Өфө губернияһы комитеты органында бер аҙ эшләй. Әммә оҙаҡламай ауырып Келәшкә ҡайтып китергә мәжбүр була. Бында ул уҡытыусы булып эшләй. Уның башланғысы буйынса ауылда үҙ-ара ярҙам һәм кооперация комитеты ойошторола, клуб, мәктәп асыла, драма түңәрәге булдырыла.

1925 йылда шағир ҡабат Өфөгә килә һәм «Яңы ауыл» гәзитендә бүлек мөдире булып эшләй башлай. Бында ул Мәжит Ғафури һәм Сәғит Рәмиев кеүек шағирҙар менән яҡындан таныша. 1930 йылда Сәйфи Ҡудашты «Октябрь» (хәҙерге «Ағиҙел») әҙәби журналдың мөхәррире итеп тәғәйенләйҙәр. 1943-1948 йылдарҙа Башҡорт АССР-ның Яҙыусылар союзы рәйесе була. 1949 йылдан алып тулыһынса ижади эшмәкәрлеккә күсә.

Башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалының 80-дән ашыу китабы сыға. Уның тәүге шиғырҙары «Ҡармаҡ» журналында (1916, Ырымбур) баҫыла һәм мосолман руханиҙарына ҡаршы йүнәлтелгән була. Артабан 1917 йылғы революциялар араһында ул милли азатлыҡ көрәше темаһына мөрәжәғәт итә, артабан социалистик революцияны яҡлап сыға. 1940-сы йылдарҙағы ижады совет халҡының фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшенә арнала. Шағирҙың китаптары күп телдәргә тәржемә ителгән, сит илдәрҙә баҫылып сыҡҡан.

Башҡорт һәм совет әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергәне өсен Сәйфи Ҡудаш Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (ике тапҡыр), Халыҡтар дуҫлығы, «Почет Билдәһе» ордендары менән наградлана. «РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә. 1964 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен ала. 1985 йылда «Шиғырҙар һәм поэмалар» китабы өсөн Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты була.

Сәйфи Ҡудаш 1993 йылдың 26 июнендә 99-сы йәшендә вафат була. Уның тормошона һәм ижадына «Башҡортостан» ҡыҫҡаса энциклопедияла, Башҡорт энциклопедияһының 3-сө томында, Ҙур әҙәбиәт энциклопедияһында мәҡәләләр арналған. Шағирҙың Өфөлә йәшәгән йортона мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Сәйфи Ҡудаш исемендәге урамдар Баймаҡта, Мәләүездә, Күмертауҙа, Октябрьскийҙа, Шишмә ҡасабаһында һәм республиканың башҡа ауыл биләмәләрендә бар.