Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда бер нисә көнгә ҡояшлы һәм йылы һауа торошо урынлашасаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Республикала был аҙнала йылы һәм ҡояшлы буласаҡ. Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, алдағы көндәрҙә һауа торошон Волга буйына көньяҡ-көнсығыш йүнәлешендә аҡрын ғына күсеүсе антициклон билдәләйәсәк. Йылы көньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ йүнәлешендәге елдәр уның төньяҡ-көнбайыш периферияһында һауа температураһын бер нисә күрһәткескә күтәрәсәк.

Башҡортостанда 22-25 сентябрҙә термометр бағанаһы көндөҙ плюс 20 градус билдәһенә тиклем күтәреләсәк, ә төндә 6 градустан түбәнерәк төшмәйәсәк. Кесе йома, 25 сентябрҙә бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал.

Йома, 26 сентябрҙә, һыуытасаҡ, һауа температураһы 16 градусҡа тиклем төшәсәк. Ял көндәрендә һауа торошо элеккесә ҡаласаҡ – шулай уҡ ҡояшлы буласаҡ, синоптиктар ямғыр вәғәҙә итмәй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть