5 декабрь, Дүшәмбе

22 сентябрь 2014 йыл, 10:34

Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһындағы Килешеүгә «юл картаһы» раҫланды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында Килешеүгә «юл картаһы» Сочиҙа XIII Халыҡ-ара инвестиция форумында раҫланды. Һүҙ «Башҡортостан Республикаһы ойошмаларының юғары технологик, шул иҫәптән импортты алмаштырыусы продукцияларын файҙаланыуҙы киңәйтеү» (2014 йылдың 23 майындағы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһындағы Килешеү сиктәрендә) проекты тураһында бара. Документ Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың һәм «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Милерҙың ҡул тамғалары менән беркетелде.

«Юл картаһы» «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте объекттарында файҙаланылған илебеҙҙең эффектив технологияларын, ҡорамалдарын, системаларын һәм материалдарын, программа продукттарының өлөшөн үҫтереү буйынса аныҡ аҙымдарҙы күҙаллай. Проектты ғәмәлгә ашырыу республикала юғары технологик продукциялар сығарыусы ойошмаларҙың етештереү, шулай уҡ «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте өсөн продукттар һәм хеҙмәттәрҙең күләмен арттырыуға, ғилми-техник һәм сәнәғәт потенциалдың үҫешенә, инновацион импортты алмаштырыусы ҡорамалдар менн йыһазландырыуға йоғонто яһаясаҡ, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.