11 декабрь, Йәкшәмбе

22 сентябрь 2014 йыл, 11:59

Башҡортостан башлығы: «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын шәхси ҡулдарға тапшырыу – ул ғәйәт ҙур тәүәкәллек»

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов «Сочи-2014» XIII Халыҡ-ара инвестиция форумында «Рәсәйҙең торлаҡ-коммуналь хужалығы: шәхси инвестициялау өсөн яңы шарттар» панель һүҙ көрәштереүҙә ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Козак, күп төбәктәрҙең губернаторҙары ҡатнашлығында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә шәхси инвестицияларҙы йәлеп итеү мәсьәләләре тикшерелде. Рәсәйҙә был тармаҡта ышаныслы һәм табышлы бизнес алып барырға мөмкинлек биргән норматив хоҡуҡи база булдырылған. Әле лә илдә тиҫтәләгән масштаблы проект бойомға ашырыла. Әммә шәхси инвестициялар әлегә тармаҡты модернизациялау өсөн ышаныслы нигеҙгә әйләнмәне. Һөҙөмтәле һәм үҙ-ара табышлы дәүләт-шәхси уҙаҡташлыҡты тәьмин итеү элеккесә көнүҙәк бурыс булып ҡала.

Рөстәм Хәмитов торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә шәхси компанияларҙың тәртип яһай алыуҙарына шикләнеүен белдерҙе.

— Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын шәхси ҡулдарға тапшырыу – ул ғәйәт ҙур тәүәкәллек, бының турала теләһә ҡайһы губернатор әйтәсәк. Бөгөн Калуга өлкәһе тураһында позитив мәғлүмәт яңғыраны. Әммә Калуга өлкәһе һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе менән, шәхси ҡулдарға биргәндән һуң, ныҡ ҡына ыҙаланды, ә һуңынан оҙаҡ ҡына был системаны кирегә дәүләт идаралығына сығарҙы. Шул уҡ хәл беҙҙә лә Өфөлә, Башҡортостанда булды. Бер нисә йыл элек йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһы «Башкирэнерго»ға – шәхси компанияға ҡарай ине. Һөҙөмтәлә туҙған, тутыҡҡан ҡаҙанлыҡтар, тишек торбалар алдыҡ. Беҙгә тиҙ генә уларҙы төҙөкләндерергә тура килде. Бындай миҫалдар байтаҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Республика етәксеһенең фекере буйынса, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың ҙур аҡса ағымы эргәһендә – Башҡортостанда ул 80-90 миллиард һумлап – шул иҫәптән «Остапы Бендеры» һәм ышанасһыҙ компаниялар әйләнә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2016 йылға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә файҙаһыҙ, шул иҫәптән дәүләт һәм муниципаль, предприятиеларҙы хеҙмәтләндереүгә шәхси операторҙарға тапшырыу планлаштырыла. Рөстәм Хәмитов торлаҡ-коммуналь өлкәһендә шәхси идаралыҡҡа күсереү ваҡытын төбәктәргә үҙ аллы билдәләргә мөмкинлек биреү тәҡдиме менән сығыш яһаны.

— Беҙ барыбыҙ ҙа төрлө төбәктәр. Беҙҙең бөтәбеҙҙең дә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһының тәьмин ителеш, ышаныслылыҡ кимәле төрлө. Ни өсөн бөтәһен дә 2016 йылда был объекттарҙы – муниципаль һәм дәүләт унитар предприятиеларҙы шәхси ҡулдарға тапшырыу юлына «ҡыуырға» кәрәк? Кемгәлер, бәлки, был һан – 2016 йыл яҡшылыр, ә кемдәрҙер өлгөрә алмайҙыр, ә бәлки 2019, 2020 йылда. Был тактик нәмәләрҙе төбәктәр кимәлендә көйләү мөмкинлеген бирегеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Дмитрий Козак 2016 йылға шәхси идаралыҡҡа күсереү тураһындағы ҡарарҙың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә, үҙҙәренең функция бурыстарын үтәй алмаған, һөҙөмтәһеҙ предприятиеларға ғына ҡағылыуын билдәләне.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ темаһын һәм башҡа мәсьәләләрҙе тикшереүҙе Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев уҙғарған «Төбәктәрҙә инвестиция климаты: сикләнгән ресурстар шарттарында нисек үҫеш сәйәсәтен тәьмин итергә?» пленар ултырышында дауам иттеләр.

Рөстәм Хәмитов иҡтисадты, инфраструктураны һәм социаль өлкәне үҫтереүҙә иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән төбәктәрҙе федераль бюджеттан финанс саралар формаһында дәртләндереү темаһын күтәрҙе.

— Төбәк министрлығының Рәсәй төбәктәре рейтингы булды. Беҙ унда яҡшы ғына эшләп 40-сынан 10-сы урынға күтәрелдек. Тәүге егермелеккә эләккән төбәктәргә премия вәғәҙә иттеләр, — тип хәтергә төшөрҙө Рөстәм Хәмитов. — Яҡшы эшләгән өсөн дәртләндереү сараһы буласаҡмы, ошоноң хаҡта ишетергә теләр инек?

— Буласаҡ, әммә һуңғараҡ, – тип яуапланы Дмитрий Медведев.