5 декабрь, Дүшәмбе

22 сентябрь 2014 йыл, 9:59

Рөстәм Хәмитов: «Килеп тыуған иҡтисади стагнация шарттарында төбәктәрһеҙ хәл итеү юлын табып булмай»

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 19 сентябрҙә Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Сочиҙа «Сочи-2014» XIII Халыҡ-ара инвестиция форумы эшендә ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Форум сиктәрендә республика етәксеһе Рәсәй Һаҡлыҡ банкының эшлекле иртәнге ашында «Бюджеттың баланслы булыуы йәки үҫеште тиҙләтеү: һайларға ваҡытмы?» тигән һүҙ көрәштереүҙә ҡатнашты. Иҡтисади үҫеш өсөн мотлаҡ шарт булараҡ макроиҡтисад тотороҡлоғона булышлыҡ итеү мәсьәләләре тикшерелде. Һуңынан Рөстәм Хәмитов күргәҙмә экспозицияларын ҡараны һәм РФ Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев асҡан «Рәсәй Европа һәм Азия араһында: заманса шарттарҙа яңы төбәк иҡтисады» тигән пленар ултырышта ҡатнашты.

«Төбәктең социаль үҫеше: нисек йөкләмәләрҙе үтәргә һәм сифатҡа ирешергә?» панель һүҙ көрәштереү барышында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫарҙары Ольга Голодец һәм Аркадий Дворкович Бөтә Рәсәй төбәктәрҙе социаль үҫтереү программалары конкурсына йомғаҡ яһанылар. Башҡортостанға «Өсөнсө йәштәге халыҡ университеты» республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырғаны өсөн А.П.Починкин исемендәге премияны тапшырҙылар. Был программа Башҡортостанда 2011 йылдан алып ғәмәлгә ашырыла. Уның төп маҡсаты – оло йәштәге кешеләрҙең заманса йәмғиәттә өйрәнеп китеүе өсөн шарттар булдырыу иҫәбенә уларҙың йәшәү сифатын арттырыу. Бының өсөн республикала 52 меңдән ашыу пенсионер компьютер грамоталылығына, сит телдәргә, ғаилә психологияһы нигеҙҙәренә, шәхси гигиена һәм дауалау физкультураһына, йәшелсә, емеш-еләк үҫтереүҙә заманса технологияларға, хоҡуҡи һәм финанс грамоталылығына уҡытылған.

Матбуғат менән аралашыу барышында, Рөстәм Хәмитов бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа төбәктәрҙең айырым ролен билдәләне.

— Беҙҙең республика иҡтисади һәм финанс яҡтан етерлек ышаныслы һәм тотороҡло. Әлбиттә, заманалар хәҙер ябайҙан түгел һәм беҙ барыбыҙ ҙа ресурстарҙың дефицитын кисерәбеҙ. Әммә беҙҙә ныҡлыҡ запасы бар, һәм Башҡортостанда ниндәйҙер архиҡатмарлы мәсьәләләр күрмәйбеҙ. Унан да бигерәк, быйыл инвестицион планда 11 процентҡа алға китеш менән барабыҙ. Был һөҙөмтә насар түгел һәм йыл аҙағына тиклем ошо темпты һаҡлап ҡалыуыбыҙға ышанабыҙ. Мин башҡа нәмә тураһында әйтәһем килә – килеп тыуған иҡтисади стагнация шарттарында төбәктәрһеҙ хәл итеү юлын табып булмай. Төбәктәр әүҙем эшләргә, улар вәкәләттәргә эйә булырға, үҙҙәренең территорияларында иҡтисади сәйәсәткә тәьҫир итергә, эре компаниялар менән эш алып барырға, стратегиялар әҙерләүҙә ҡатнашырға тейеш. Былар барыһы ла беҙҙең өсөн бик мөһим, — тине төбәк башлығы.