Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Учалынан Камилла Күлдебаева «Татар ҡыҙы-2014» конкурсында «Иң ялҡынлы ҡыҙ» титулын яуланы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Учалы ҡалаһынан Камилла Күлдебаева «Татар ҡыҙы-2014» милли конкурсында ҡатнашты һәм «Иң ялҡынлы ҡыҙ» титулын яуланы.

«Татар ҡыҙы-2014» милли конкурсын Силәбе өлкәһенең Татарҙар конгресы дүртенсе йыл уҙғара һәм ул Көньяҡ Уралдың күп кенә төбәктәрен, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһын да берләштерә. Быйыл бәйгелә Силәбе өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы, Ҡурған һәм Пермь өлкәләре вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡортостандан 20 йәшлек Учалы һылыуы Камилла Күлдебаева сығыш яһаны. Ул Учалының 5-се урта мәктәбен тамамлаған, хәҙер Силәбе дәүләт академияһының дүртенсе курс студенты. Камилла бөтә һайлап алыу турҙарын уңышлы үтеп, ун ике иң һәләтле һәм сибәр финалсыларҙың рәтен тулыланда.

Учалы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, финалға юл еңелдән булмай. Һәр этап сиктәрендә конкурста ҡатнашыусы йылға буйлап йөҙә, тауҙарға менә, ҡул эше менән шөғөлләнә һәм хатта көрәштә көс һынаша. Аш-һыу бешереү һәм ауылдағы һынауҙар иң ҡатмарлылары була. «Татар ҡыҙы-2014» конкурсында ҡатнашыусылар бесән сапты, һыйыр һауҙы һәм һөттө сепараттан үткәрҙе. Һәм бында Камилла үҙенең оҫталығын яҡшы яҡтан күрһәтеп, «бишле» билдәһен алды. Силәбелә уҙған конкурс финалында ҡыҙҙар үҙҙәренең вокал һәм хореография һәләттәрен күрһәтте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть