Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Республика Йортонда дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы уҙҙы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Республика Йортонда дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Уны БР Президенты Хакимиәте Етәксеһе Сергей Молчанов уҙғарҙы. Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың исеменән ул бүләкләнеүселәрҙе ҡотланы һәм республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

— Башҡортостан бер төркөм күрһәткестәр буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында лидер булып тора. Республиканың пландары байтаҡ, һәм һеҙҙең кеүек шундай профессионалдарыбыҙ булғанда, беҙ барыһын да атҡара аласаҡбыҙ, — тип мөрәжәғәт итте залда ултырыусыларға Сергей Молчанов.

Тантана барышында награданы 70 белгес алды. Улар иҫәбендә БР Почет грамотаһы менән «БашРЭС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Д.Черняев исемендәге Урал-Себер магистраль нефть үткәргестәре» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде.

Маҡтаулы исемдәр фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә, машина эшләүселәргә, энергетиктарға, төҙөүселәргә, транспорт, аҙыҡ-түлек индустрияһы, мәҙәниәт, мәғариф, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшсәндәренә, табиптарға һәм полиграфсыларға, дәүләт хеҙмәткәрҙәренә тапшырылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть