4 декабрь, Йәкшәмбе

19 сентябрь 2014 йыл, 15:21

Баш ҡалала «Урал төҙөлөш индустрияһы-2014» халыҡ-ара махсус күргәҙмә уҙасаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 23-26 сентябрҙә Өфөлә XXIV «Урал төҙөлөш индустрияһы форумы — 2014» халыҡ-ара күргәҙмәһе «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында уҙасаҡ.

Башҡортостан күргәҙмә компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Урал һәм Волга буйының иң эре төҙөлөш форумында Рәсәйҙең, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең 150-нән ашыу компанияһы ҡатнашасаҡ. Күргәҙмә тематикаһы объекттарҙы проектлау һәм төҙөлөш, биҙәү материалдары, ҡорамалдар һәм ҡоралдар менән тәьмин итеүҙән алып биналар төҙөүгә һәм уларҙы хеҙмәтләндереүгә тиклем эшмәкәрлектең бөтә йүнәлештәрен тиерлек үҙ эсенә ала.

Форум сиктәрендә махсуслаштырылған «Күсемһеҙ милек» күргәҙмәһе һәм «Аҙ ҡатлы һәм коттедждар төҙөлөшө» экспозицияһы эшләйәсәк, уларҙа шәхси йорт төҙөүҙә яңы материалдар һәм технологиялар тәҡдим ителәсәк. Бынан тыш, программа менән йыл һайын уҙғарылып килгән «Башҡортостандың төҙөлөш һылыуҡайы» тармаҡ конкурсы, шулай уҡ архитекторҙар һәм проектсылар, төҙөүселәр һәм дизайнерҙар өсөн махсус саралар ҡаралған.

Форумда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар төҙөлөш компаниялары һәм етештереүсе предприятиелар етәкселәре менән шәхси осрашыу үткәрә, урында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөй аласаҡ.

Күргәҙмә көн һайын иртәнге сәғәт 10-дан алып киске 6-ға тиклем (26 сентябрҙә – көндөҙгө сәғәт 3-кә тиклем) Менделеев урамы, 158 адресы буйынса эшләйәсәк.