11 декабрь, Йәкшәмбе

19 сентябрь 2014 йыл, 14:15

Өфөнөң Салауат Юлаев исемендәге баҡсаһында ике фонтан төҙөләсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Өфөнөң Салауат Юлаев исемендәге баҡсаһында ике фонтан төҙөләсәк. Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, паркка ингән яҡта үрге майҙансыҡта таш сәскә формаһында өс ҡатлы фонтан барлыҡҡа киләсәк. Ул баҡсала булған барлыҡ архитектура формалары менән берҙәм стилдә эшләнәсәк. Икенсе фонтан баҡсаның үҙәгендә урынлашасаҡ. Уныһы ике балдаҡ формаһында, һәр ҡайһыһында йөрәк буласаҡ.

Әлеге ваҡытта баҡсала реставрация эштәре дауам итә. Яҡын арала юл буйҙарын, эскәмйә, һәйкәлдәр эргәләрен һәм тематик зоналарҙы яҡтыртыу өсөн фонарҙар ҡуясаҡтар. Шулай уҡ автомобилдәр өсөн туҡталҡа, амфитеатр һәм балалар майҙансығы ҡаралған.