Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың 16 районында 204 мең тонна самаһы шәкәр сөгөлдөрө йыйылған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

Республикала 204 мең тонна самаһы шәкәр сөгөлдөрө йыйылған, эшкәртеүгә 75,4 мең тоннаһы оҙатылған, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Уртаса уңыш гектарынан 272 центнер тәшкил итә.

Татлы тамыраҙыҡтарҙы Башҡортостандың 16 районында йыялар. Әлегә шәкәр сөгөлдөрө 7,5 мең гектарҙан йыйып алынған, ул пландың 15 процентын тәшкил итә. Иң юғары уңдырышлылыҡ Шишмә (гектарынан 442 центнер) районында билдәләнә. Благовар районы 33,3 мең тонна күрһәткес менән тулайым йыйыу буйынса алда бара.

Шәкәр сөгөлдөрөнә бүленгән, иң ҙур майҙандар Әлшәй (1,4 мең гектар) һәм Благовар (992 гектар) райондарында йыйылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть