10 декабрь, Шәмбе

19 сентябрь 2014 йыл, 12:00

«Башҡортостан продукты» тәүге фирма магазины Өфөлә 25 сентябрҙә асыласаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. «Башҡортостан продукты» тигән тәүге фирма магазинының тантаналы рәүештә асылыуы Өфөлә 25 уҙасаҡ. Бының хаҡта «Башинформ» агентлығына БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты хәбәр итте. Супермаркет Революция урамы, 70/1 адресы буйынса «Башагропродукт» дәүләт унитар предприятиеһы магазинында асыла. Тәүге килеүселәрҙе конкурстар һәм бүләктәр отоу көтә, шулай уҡ республика етештереүселәренең продукцияларынан ауыҙ итергә мөмкин буласаҡ.

«Башагропродукт» дәүләт унитар предприятиеһы вәкилдәренең әйтеүе буйынса, «Башҡортостан продукты» магазинында социаль төркөм тауарҙарына (һөт, икмәк, тултырмалар) хаҡтар күрше супермаркеттарға ҡарағанда осһоҙораҡ буласаҡ. Магазин үҙенең һатып алыусыларына сифатлы продукцияны оптималь хаҡтарға тәҡдим итәсәк. Уның ассортиментының 80 процентҡа тиклем урындағы етештереүселәрҙең тауарҙары тәшкил итәсәк.

Төбәктә ваҡлап һатыу буйынса фирма магазиндарын ойоштороу менән БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты шөғөлләнә. Был эш урындағы етештереүселәргә ярҙам итеүгә һәм халыҡты республикала етештерелгән сифатлы продукттар менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

«Башҡортостан продукты» проекты етәксеһе Сергей Зубов билдәләүенсә, бындай магазинды асыу – ул Өфөлә республика фирма ваҡлап һатыуын булдырыуға тәүге аҙым. Артабан бындай эш әйләнеш аласаҡ.

— Ыңғай һөҙөмтә алғас та, бындай форматтағы магазиндарҙың иҫәбен арттырыуға тотонасаҡбыҙ, — тип аңлатты Сергей Зубов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл аҙағына тиклем Өфөлә «Башҡортостан продукты» бренды аҫтында ике фирма супермаркеты барлыҡҡа килергә тейеш.