6 декабрь, Шишәмбе

19 сентябрь 2014 йыл, 11:08

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы Йәштәр инновация форумы Өфөлә Рәсәйҙең бөтә эре ҡалаларынан вәкилдәрҙе йыясаҡ

фото: Ғәзиз Йосопов

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 18 сентябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендә Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренең Йәштәр инновация форумына әҙерлек һәм үткәреү мәсьәләләрен тикшерҙеләр. Ул 7-10 октябрҙә уҙасаҡ.

Вице-премьер Салауат Сәғитовтың әйтеүе буйынса, республика 2015 йылда алдағы ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерләнеүҙә йәштәргә ҙур иғтибар бүлә. Форумда Рәсәйҙең бөтә эре ҡалаларынан вәкилдәр ҡатнашасаҡ, тип күҙаллана. Әлегә 16 заявка ҡабул ителгән, әммә һандар үҫәсәк, тигән ышаныста ойоштороусылар.

Рәсәй йәштәре союзы рәйесе Павел Красноруцкий билдәләүенсә, форумды юғары кимәлдә уҙғарыу планлаштырыла. «Өфөнөң әҙерлек кимәле юғары. Сара, Владимир Путин ҡул ҡуйған, Рәсәйҙең Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында рәйеслек иткән планға инә», — тине йәштәр лидеры.

«Башҡортостанға Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан, Тажикстандан, Ҡырғыҙстандан һәм Ҡытайҙан бишешәр вәкил киләсәк. Программаны әҙерләүҙә «Сколково» инновация үҙәге, Стратегик инициативалар агентлығы, Рәсәй венчур компанияһы эксперттары, шулай уҡ инвестиция компаниялары вәкилдәре һәм шәхси инвесторҙар йәлеп ителгән, — тип билдәләне Рәсәй йәштәр союзының Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм инновация эшмәкәрлеге департаменты етәксеһе Татьяна Селивёрстова. — Инвестиция сессиялары барышында проекттарҙы баһаларҙай потенциаль инвесторҙарҙы йәлеп итә алыу бик мөһим. «Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы киңлегендә фән һәм инновациялар өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү» темаһы буйынса түңәрәк өҫтәл сиктәрендә, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре эшендә кәңәш ителәсәк, резолюция ҡабул итеү күҙҙалана. Беҙҙең алда проекттарҙы финанслауҙа йәлеп итеү буйынса механизмдар һәм институттар ҡарау бурысы тора, был йүнәлештә проблемалар һәм уңышлы тәжрибә тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Остазлыҡ институты ҡараласаҡ».

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе советнигы Рената Абдуллина, Өфөгә күргәҙмә үткәреү өсөн дәрәжәле Зворыкин премияһының алты еңеүсеһе киләсәк, улар уникаль уйлап сығарылған нәмәләрҙе күрһәтәсәк, тип билдәләне. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары шулай уҡ икешәр инновация проектын күрһәтеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Проекттар конкурсы һөҙөмтәһе буйынса «Иң яҡшы инновация продукты», «Иң яҡшы инновация проекты», «Иң яҡшы инновация идеяһы» кеүек номинацияларҙа өсөшәр еңеүсе билдәләнәсәк.

Еңеүселәр Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренең Йәштәр инновация форумы эксперт советының өс дәрәжәлә сертификатын һәм рекомендациялы хатын аласаҡ, тип хәбәр иттеләр «Өфө-2015» ШОС һәм БРИКС офис-төркөмөнөң матбуғат хеҙмәтенән.