5 декабрь, Дүшәмбе

19 сентябрь 2014 йыл, 9:42

Рөстәм Хәмитов Рәсәй бизнесын үҫтереү мәсьәләләре буйынса РФ Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 18 сентябрҙә Кремлдә Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Президенты Владимир Путин уҙғарған, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Ултырыштың темаһы – илебеҙ бизнесын үҫтереү һәм Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһында ағзалыҡ иткән шарттарҙа донъя баҙарында уның конкуренцияға һәләтлеген күтәреү.

Владимир Путин алдағы йыл ярым – ике йылда иҡтисадтың ысын секторының конкуренцияға һәләтлеген күтәреү зарурлығын белдерҙе. Бының өсөн, уның әйтеүе буйынса, «ысын ынтылыш» яһарға кәрәк буласаҡ.

— Уларҙы етди һәм һөҙөмтәле атҡарыуҙа, төбәк башлыҡтарының мөмкин тиклем барыһын да эшләүҙәренә ышанам, — тине Владимир Путин.

Дәүләт башлығы иҡтисадтың ысын секторын үҫтереү буйынса өҫтөнлөклө аҙымдарҙы билдәләне. Ул кредит алыу мөмкинлеген еңеләйтеү һәм донъя стандарттары буйынса бизнесты финанслауҙа яңы конкуренцияға һәләтле шарттар булдырыу.

Рөстәм Хәмитовтың фекере буйынса, импортты алмаштырыу йәһәтенән Башҡортостан бер нисә йыл инде етди аҙымдар эшләй.

— Тәү сиратта ул аҙыҡ-түлеккә ҡағыла, — тип билдәләне республика башлығы. — Беҙҙең ауыл хужалығы үҙ приоритеттарын, үҙенең үҫеш йүнәлештәрен күрһәтә ала. Бындай эште әүҙем башлайбыҙ. Эре һөт-тауар фермалары, күркә итен етештереү буйынса фабриканың икенсе сираты төҙөләсәк. Ҡатнаш аҙыҡ, шулай уҡ сусҡа итен һәм башҡалар етештереү буйынса заводтар һалынасаҡ. Проекттар бик ҙур. Ауыл хужалығы – ул, импортты алмаштырыу ысынлап та килеп сыҡһын өсөн, тармаҡтар араһында беренсе һанлы кандидат.

Беҙҙең сәнәғәт производствоһына килгәндә, бында хәл бер аҙға ҡатмарлыраҡ, сөнки ваҡыт кәрәк. Машина эшләү, нефть химияһы, химик заводтар өсөн ваҡыт талап ителә, уларҙың күбеһе импорт ресурстарҙа эшләй. Хәл ябайҙан булмаһа ла, унан сығыу юлына төшөнәбеҙ.

Илебеҙ Президентында импортты алмаштырыу, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһында ҡатнашыу мәсьәләләрендә Дәүләт Советы форматындағы бөгөнгө фекер алышыу эшмәкәрлегебеҙгә яңы йүнәлештәр бирәсәк. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә һәм төбәктәргә йөкләмәләр буласаҡ.