4 декабрь, Йәкшәмбе

18 сентябрь 2014 йыл, 15:45

Башҡортостан Ҡырымдың Белогорск районына торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә ярҙам итте

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Ҡыш еткәнсе Башҡортостан Ҡырымдың Белогорск районына торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын яңыртырға ярҙам итте. Шефлыҡҡа алынған территория торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары өсөн дөйөм 11 миллион һумлыҡ махсус автотранспортҡа һәм техникаға эйә булды.

Шулай уҡ Белогорск районында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын төҙөү дауам итә.

— Яҡында дүртенсе сират, бөтә был объекттар ҙа Социаль маҡсатлы программалар фонды тарафынан хупланған, — тип һөйләне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған видеоконференцияла БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Белогорск районына ярҙам итеү буйынса оператив штабты етәкләүсе Сергей Новиков. – Яҡын көндәрҙә районға төҙөлөш эштәрен дауам итеү өсөн аванс ебәреләсәк. Шулай уҡ һыу үткәргестең икенсе сиратын төҙөүгә саралар йүнәлтеләсәк.

Көҙгө-ҡышҡы осор алдынан Башҡортостан ярҙамында Белогорск районында юлдарға асфальт түшәлгән һәм ремонт эшләнгән, нефть битумдары, мейес һәм дизель яғыулыҡтары алынған, 13 күп фатирлы йорттоң ҡыйыҡтары йүнәтелгән, шулай уҡ балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм дауаханалар әҙерләнгән.