8 декабрь, Кесе йома

18 сентябрь 2014 йыл, 14:33

Өфөлә Аксаков байрамы үтәсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә 19 сентябрҙә ҙур Аксаков байрамы уҙасаҡ. Тантаналар Софья аллеяһында асыласаҡ. Унда концерт һәм театрлаштырылған номерҙар менән күмәк кеше ҡатнашлығында байрам үтәсәк. Тантаналар бер юлы 16 майҙансыҡта ойоштороласаҡ. Шулай уҡ Сергей Аксаковтың Мемориаль йорт-музейында күргәҙмә асыу, яҙыусының һәйкәленә сәскәләр һалыу планлаштырылған. Сәскә һалыуҙа Халыҡ-ара Аксаков байрамын ойоштороусылар һәм уның ҡунаҡтары, Өфө ҡала Советы депутаттары ҡатнашасаҡ.

Башҡорт дәүләт филармонияһында Өфө ҡала Советы «Битлек» Йәш тамашасы театры менән берлектә ғәҙәттәге Аксаков балын ойоштора. Ул XXIV Халыҡ-ара Аксаков байрамының иң мөһим ваҡиғаларының береһе буласаҡ.

Балдан һуң тантаналы кисә планлаштырылған, уның барышында ҡала Советының Сергей Аксаков исемендәге премияһына конкурс лауреаттары бүләкләнәсәк. Наградаларҙы Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко тапшырасаҡ.

Байрам 20 сентябрҙә Бәләбәй районында «Өмөт ҡыңғырауҙары» тигән Аксаков кисәһендә дауам итәсәк. 21 сентябрҙә фольклор байрамдар Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында планлаштырылған.