Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Йәрминкәләрҙә Октябрьский халҡы 2,7 миллион һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһын алған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Октябрьскийҙа тәүге ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙҙы. Ҡала халҡына үҙ тауарҙарын 115 ауыл хужалығы етештереүсеһе тәҡдим итте. Фермерҙар һәм шәхси эшҡыуарҙар Шаран, Туймазы, Йәрмәкәй һәм Баҡалы райондарынан, Ырымбур өлкәһенән килгәйне, урындағы етештереүселәр ҙә ҡаланыҡыларға үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Кәштәләрҙә йәшелсә һәм емеш-еләк, бал һәм умартасылыҡ продукттары булды. Йәрминкәнең тәүге көндәрендә Октябрьский халҡы ете тоннанан ашыу бал, 15 тонналап картуф, 13 тонна тиерлек йәшелсә һатып алды. Һатылған продукцияның күләме аҡсалата иҫәпләгәндә 2,7 миллион һумға барып баҫа, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.

Ҡаланыҡыларҙың күбеһе хаҡтарҙың арзанлығын һәм продукцияның урындағы булыуын, Башҡортостан ерендә үҫкәнен билдәләй.

Йәрминкәләр яңы башланды, улар ағымдағы йылдың ноябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк. Әҙерәк һуңғараҡ йәшелсәнең күплегенә ит һәм ҡош ризыҡтары өҫтәләсәк. Октябрьскийҙа йәрминкәләр 20, 21, 27, 28 сентябрҙә; 4, 11, 18, 25 октябрҙә; 1, 8, 15, 22-се һәм 29 ноябрҙә уҙасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть