Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

2014 йылдың ете айында республикала 43 банк бүлексәһе ябылған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

Башҡортостан территорияһында банк бүлексәләренең иҫәбе 2014 йылдың ете айында 43 берәмеккә кәмегән һәм 1522 хеҙмәтләндереү нөктәһе тәшкил итә, тиелә Үҙәк банктың төбәк бүлексәһе мәғлүмәттәрендә.

Күбеһенсә ул республикала ете кредит ойошманың үҙ эшмәкәрлеген туҡтатыуы менән бәйле. Улар иҫәбендә – төбәктәге «Мой Банк. Ипотека» һәм «АФ Банк», банк операцияларын алып барыуға уларҙың лицензиялары тартып алынған. Шулай итеп, хәҙер республикала 92 кредит ойошмаһы эшләй, уларҙың һигеҙе – Башҡортостанда теркәлгән.

Үҙәк банктың төбәк бүлексәһендә билдәләүҙәренсә, республика иҡтисадына капитал һалыуҙар бында йәлеп ителгән ресурстар күләменән уҙа. 1 авгусҡа сальдо 250,9 миллиард һум тәшкил иткән, ул йыл башындағы быға оҡшаш күрһәткесте (152,3 миллиард һум) 64,7 процентҡа уҙған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть