11 декабрь, Йәкшәмбе

18 сентябрь 2014 йыл, 11:11

Өфөлә «Беҙ сәләмәт армия өсөн!» акцияһы уҙасаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркында «Беҙ сәләмәт армия өсөн!» акцияһы уҙасаҡ. Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сәләмәт һәм әүҙем йәшәү рәүеше байрамы 20 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Был көндө өфөләр «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» (ГТО) нормаларын тапшыра, армияға саҡырылыу тураһында мәғлүмәт ала, һалдат бутҡаһынан ауыҙ итә һәм ысын бронетранспортер янында фотоға төшә аласаҡ.

Шулай уҡ акцияла ҡатнашыусылар өсөн спорт ярыштары, эстафеталар, ОМОН һалдаттарының күрһәтмә сығыштары һәм бүләктәр отоу ойоштороласаҡ.

темалар: акциялар, армия