5 декабрь, Дүшәмбе

18 сентябрь 2014 йыл, 10:50

Быйыл Башҡортостанда грипҡа ҡаршы миллион кешегә прививка яһау күҙаллана

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда миҙгелле грипҡа ҡаршы вакцина яһау кампанияһы бара. Милли профилактик прививкалар календарына ярашлы республикала федераль бюджет саралары иҫәбенә, йәғни бушлай, миллион кешегә, шул иҫәптән 300 мең балаға вакцина яһалырға тейеш.

«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, республикаға өлкәндәр өсөн 75 мең доза күләмендә «Гриппол», балалар өсөн 45 мең доза күләмендә «Гриппол плюс» тигән грипҡа ҡаршы вакциналар килтерелгән.

Вакциналарҙың был партияһы медицина хеҙмәткәрҙәрен, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына йөрөүсе балаларҙы һәм 60 йәштән өлкәнерәк кешеләрҙе иммунизациялау өсөн медицина ойошмаларына таратылған, тип аңлаттылар БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Бөтә донъяла грипҡа ҡаршы иң алдынғы сара булараҡ вакцинациялау танылған, тип өҫтәнеләр ведомствола. Вакциналарҙың составы йыл һайын Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы кәңәштәренә ярашлы яңыртыла.

Бынан тыш, киҫкен респиратор вируслы инфекцияларҙы тыуҙырыусыларға ҡаршы организмдың тотороҡлолоғон арттырыу өсөн дарыуҙар: А, С һәм В төркөмө витаминдарын, үҫемлектәрҙән эшләнгән препараттар: элеутерококк экстрактын, аралия, женьшень төнәтмәһен файҙаланырға мөмкин. Грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекциялар менән көрәштә бүлмәне елләтеү, уны еүеш сепрәк менән йыйыштырыу, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү кеүек дөйөм гигиена саралары ҙур роль уйнай. Гриптың күтәрелгән осоронда күп кеше йыйылған урындарға йөрөмәү кәңәш ителә.