8 декабрь, Кесе йома

18 сентябрь 2014 йыл, 9:59

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты Boeing 777, 747 самолеттарын һәм уларҙың модификацияларын файҙаланыуға рөхсәт алды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. «Өфө» халыҡ-ара аэропорты йөк ташыу һәм алыҫ араға пассажирҙар йөрөтөү киң фюзелажлы «Боинг-777», «Боинг-747» самолеттарын һәм уларҙың модификацияларын ҡабул итеүгә рөхсәт алды, тип хәбәр иттеләр Өфө авиаүҙәгенең матбуғат хеҙмәтендә.

Тейешле бойороҡҡа Федераль һауа транспорты агентлығы етәксеһе Александр Нерадько ҡул ҡуйған һәм ул «Өфө» аэродромының Дәүләт теркәүе һәм файҙаланыуға яраҡлығы тураһындағы таныҡлыҡҡа индерелгән. Һанап үтелгән самолеттарҙы ҡабул итеүгә аэродромдың әҙерлеген «Росавиация» комиссияһы тикшерҙе. Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса, был төрҙәге һауа судноларын хеҙмәтләндереүгә йәлеп ителгән бөтә бүлексәләрҙең дә уҡыуҙарҙы үткәндәре һәм самолеттарҙы квалификациялы ҡабул итергә һәм сығарырға әҙер булыуҙары асыҡланды. «Боинг-777» һәм «Боинг-747» самолеттарын һәм уларҙың модификацияларын хеҙмәтләндереү авиация үҙәгенә киләсәктә осоштарҙың географияһын киңәйтергә, пассажирҙарҙың ағымын һәм йөк ташыу күләмдәрен арттырырға булышлыҡ итәсәк.

Boeing 777 һәм Boeing 747-400 — Boeing Commercial Airplanes  компанияһы сығарған, донъялағы иң ҙур пассажирҙар йөрөтөүсе самолеттар. Лайнерҙарҙың һыйышлығы 300-400 кеше, был типтағы һауа судноларының крейсер тиҙлеге сәғәтенә 900 километрҙан ашыу, осош алыҫлығы – 11 мең километрҙан артығыраҡ. Уңайлыҡ һәм хәүефһеҙлек критерийҙары буйынса самолеттар иң юғары донъя стандарттарына тап килә. «Өфө» аэропортынан маршруттарҙа был самолеттарҙы файҙаланыуға ниәтләнеүҙәре тураһында «Трансаэро» һәм «Ырымбур авиалиниялары» кеүек эре авиаташыусылар белдергән.