4 декабрь, Йәкшәмбе

18 сентябрь 2014 йыл, 8:55

Рөстәм Хәмитов Владимир Путиндың Рәсәй төбәктәренә яңынан һайланған етәкселәре менән осрашыуҙа ҡатнашты

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 17 сентябрҙә Кремлдә Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Рәсәй төбәктәренә яңынан һайланған етәкселәре менән осрашыуҙа ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. 14 сентябрҙә уҙған һайлауҙар һөҙөмтәләре һәм алдағы эш пландары тикшерелде.

— Һайлауҙар лайыҡлы кимәлдә уҙҙы. Уларҙы әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла: һайлау комиссиялары хеҙмәткәрҙәренә, партияларға, бойондороҡһоҙ күҙәтеүселәргә рәхмәтемде белдерәм, — тине Владимир Путин.

Рәсәй Президенты яңы һайланған төбәк етәкселәрен һайлауҙарҙа еңеүҙәре менән ҡотланы һәм алдағы эшмәкәрлектәрендә уңыштар теләне.

— Иң мөһим һөҙөмтә – ул йәмғиәттең төрлө ҡаршылыҡтар алдында үҙенең берләшә алыуын күрһәтеү. Билдәләп үтергә кәрәк, милли мәнфәғәттәребеҙҙе яҡларға әҙер булған, дәүләтебеҙҙе үҫтереү һәм нығытыу яҡлы сыҡҡан сәйәси көстәр генә хуплау тапты, — тип билдәләне Владимир Путин.