10 декабрь, Шәмбе

17 сентябрь 2014 йыл, 17:19

«Байтул Мал» фонды Башҡортостандың социаль приюттарында тәрбиәләнеүсе 400 балаға «Өфөгә сәйәхәт» ҡылырға ярҙам итте

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. «Байтул Мал» фонды ойошторған «Өфөгә сәйәхәт» проекты сиктәрендә каникулдарҙа республиканың социаль приюттарында тәрбиәләнеүсе 400 бала Башҡортостандың баш ҡалаһында булды. Фондтан хәбәр итеүҙәренсә, улар өсөн республиканың Милли музейына һәм ҡала планетарийына экскурсиялар ойошторолдо. Шулай уҡ йәш сәйәхәтселәр кинотеатрҙарҙа һәм лазер көрәш клубында булды.

Фондта билдәләләүҙәренсә, «Өфөгә сәйәхәт» проектының төп маҡсаты – республиканың аҙ тәьмин ителгән ғаиләрендә, балалар йорттарында һәм социаль приюттарҙа тәрбиәләнгән балаларға Башҡортостандың баш ҡалаһына килеү һәм уның төп иҫтәлекле урындары менән танышыу мөмкинлеген бүләк итеү. Проект эшләй башлағандан алып Өфөгә 2500-ләп бала килеп ҡайтҡан.

Көҙгө каникулдарҙа балаларҙы Башҡортостандың баш ҡалаһына яңы сәйәхәт көтә. Фондтың бөтә хеҙмәттәре лә бушлай. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 275-95-09.